САРМАНАЙ
-4 °С
Облачно
Новости
26 Декабря 2023, 07:00

Ярты быуат дауамында бергә улар

Башҡортостанда һәр заманда ғаилә ҡиммәттәре иң мөһим рухи төшенсәләрҙең береһе булды. Ғаиләнең йәмғитәттәге ролен арттырыу маҡсаты менән төбәктә оҙаҡ йылдар дауамында күркәм традиция һаҡланып килә. Ул – ярты быуат һәм унан күберәк ваҡыт дауамында иңгә-иң ҡуыйып тормош юлын үткән юбилярҙарҙы ҡотлау һәм бүләкләү тантаналары.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ярты быуат дауамында бергә уларЯрты быуат дауамында бергә улар
Ярты быуат дауамында бергә улар


Бынан тап 50 йыл элек Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында йәш ғаилә төҙөлә. Ошо көндән башлап Фәнүҙ Фәйзрахман улы менән Мәрзиә Айытбай ҡыҙы Маҡуловтар тормоштың бөтә шатлыҡ-борсоуҙарын уртаҡ итеп, бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп йәшәйҙәр.
Ғаилә башлығы ошо ауылда тыуып үҫкән, ғүмер юлдашы иһә Баймаҡ ҡалаһында донъяға килә. Улар икеһе лә күп балалы ғаиләләрҙә үҫкәндәр. Яҙмыш һуҡмаҡтары Мәрзиә Айытбай ҡыҙын беҙҙең төбәктәргә алып килә. Ул Иҫке Ҡалмаштағы “Саҡмағош” НПС-ында эш башлай. Уңған-булған һылыуҡайға ғашиҡ булып, Фәнүҙ Фәйзрахман улы уға ғүмерлек яры булырға тәҡдим итә. Ярты быуатлыҡ тормоштары дәүерендә шатлыҡтарҙы ғына түгел, һынауҙарҙы ла байтаҡ кисерергә тура килһә лә, Маҡуловтар йәшлек мөхәбәттәренә тоғро ҡалып, бер-береһен хөрмәт итеп, башҡаларға өлгө булып йәшәй. Улдары һәм ҡыҙҙарына лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтерәләр, балалары һәм ейәндәре өсөн үрнәк, яратҡан атай-әсәй, олатай-өләсәй улар.
Фәнүҙ Фәйзрахман улы дүрт тиҫтә йылдан артыҡ электр йыһаҙдарын ремотлау буйынса электрик, Мәрзиә Айытбай ҡыҙы 36 йыл дауамында тауар операторы булып эшләйҙәр. Улар икеһе лә “Транснефть” – Урал” йәмғиәтенең хеҙмәт ветерандары исеменә эйә. Ауылдың йәмғиәт тормошонан да ситтә ҡалмайҙар. Ғаилә башлығы үҙешмәкәр сәнғәт сараларында әүҙем ҡатнаша.
Уларҙы ғаилә тормоштарының алты юбилейы менән ҡотларға ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Р.Р.Маҡулов, биләмәнең ветерандар советы рәйесе А.Ү.Сәлимгәрәйева, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л.Ф.Тимашева, йәштәр эштәре буйынса белгес А.А.Ҡудашева һәм моделле ауыл китапханаһының әйҙәүсе китапханасыһы З.Ф.Сәбғиәнова йорттарына барып ҡотланы. Ҡунаҡтар ауылдың хөрмәтле өлкәндәренә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡлы һәм бәхетле көндәр, күңел тыныслығы, балалары-ейәндәре ҡәҙер-хөрмәтендә, мөхәбәттә һәм тигеҙлектә тағы ла бик күп йылдар йәшәүҙәрен теләне.

Автор:Зөлфиә Сәбғиәнова, әйҙәүсе китапханасы.
Читайте нас