+11 °С
Облачно


Сарала йыйылған аҡса яуҙағы егеттәргә гуманитар ярҙам оҙатҡанда кәрәкле әйберҙәр алыуға тотоноласаҡ. Сарала район Советы, Ватанды һаҡлаусылар фонды һәм республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ҡаршындағы һалдат әсәләре һәм тормош иптәштәре комитеты, ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты, Иҫке Ҡалмаш ауыл Советыннан яуға киткән хәрбиҙәрҙең ата-әсәләре, ғүмер юлдаштары, шулай уҡ яҡташтарының еңеү яулап ҡайтыуҙарын түҙемһеҙлек менән көткән ауыл халҡы саҡырылды. Иҫкеҡалмаштар алдында ауылдаштары, популяр артистар Рәмил һәм Гүзәл Хажиевтар, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Лилиә менән Хәлит Фәтиховтар сығыш яһаны.