

Уның тормошо һәм ижады рухи ҡиммәттәр, бөтә халыҡтар үҫеше хаҡына фиҙәҡәр хеҙмәт итеү өлгөһө булып тора. Аҡмулла формаһы һәм йөкмәткеһе буйынса үҙенсәлекле булған “шиғри мәктәп” булдырған. Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич, Сәйфи Ҡудаш, Дауыт Юлтый – ошо оҫтаҙ һәм мәктәптең лайыҡлы “уҡыусылары”. Тап шуға ла Аҡмулланың тыуған көнө башҡорт теле һәм әҙәбиәтен данлау өсөн айырыуса тура килә торған көн.
Был датаға арнап беҙҙең Саҡмағош районда күп һанлы саралар ойошторола. Шуларҙың береһе – үҙәк биләмә-ара китапханаһында үткән әҙәби ракурс сараһы. Унда Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең 8 “В” синыфы уҡыусылары ҡатнашты. Сара барышында бөйөк мәғрифәтсе тураһындағы документаль фильмдан өҙөктәр ҙә күрһәтелде. Әҙәби сәғәт ахырында китапхансылар “Звени курай, журчи язык” тип исемләнгән китап-рәсем күргәҙмәһенә байҡау яһаны.