САРМАНАЙ
+18 °С
Облачно
Новости
11 Декабря 2023, 05:50

Йөрәк йылыһын ҡушып

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу  сиктәрендә Мәмәк ауылы халҡы күңел йылыларының бер өлөшөн яугирҙәребеҙгә бүләк итеү маҡсатында мәҙәниәт йортона йыйылды. Ауыл кешеләре махсус хәрби операция һуғышсыларына сикһеҙ ҙур ярҙам күрһәтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йөрәк йылыһын ҡушыпЙөрәк йылыһын ҡушып
Йөрәк йылыһын ҡушып

 

Һалҡындар башланыу менән районда «Блиндаж шәме» акцияһы киң популярлыҡ яулай бара. Уға мәмәктәр ҙә актив ҡушылды.

–Бындай шәмде яһау бик анһат. Буш консерв һауытына  бөкләнгән картон һалына, уға балауыҙ тултырып, өҫтөндә фитиль ҡыҫтырып ҡалдырыла. Еңел яһалған ошо әйбер – йылытыуҙың ябай һәм хәүефһеҙ ысулы, – тип анлатты  Мәмәк ауылы клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Рида Минһажева.

Урында халыҡ был идеяны оҡшатып, уны файҙалы ғына түгел, ә хөрмәткә лайк шөгөл тип ҡабул итте. Сөнки әлеге шәмдәрҙе етештереү махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә өлөш индерә бит.

–Эштәрҙең әллә ни ауырлығы юҡ, тиҙ әҙерләнә. Беҙҙең бер нисә минут ваҡытыбыҙ үтә, ә һалдаттар өсөн күпме файҙа буласаҡ, – тип һөйләне фельдшер Минзәлә Муллагилдина.

Шәмдең төҙөлөшө, ысынлап та, ябай. Акцияны ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай шәмдәр окопты биш сәғәт  буйы йылыта ала, төтөнө лә әҙ, кәрәк ваҡытта тиҙ һүндерелә. Быларҙан тыш, һалдат өсөн консерв йылытыуҙа ла бик яҡшы ярҙамсы булыуы уны алыштырғыһыҙ итә.

Мәмәк ауылы кешеләре яугирҙәргә матур теләктәр ҙә яҙҙы. Яҡын арала шәм һәм хаттар һуғышсыларға гуманитар конвой менән ебәреләсәк.

Ауыл апайҙары бергә йыйылышып һалдаттарға өй туҡмасы әҙерләне.

Сара аҙағында барлыҡ ҡатнашыусылар өҫтәл янына йыйылып, һалдаттарҙың махсус хәрби операциянан тиҙерәк иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, хуш еҫле сәй эсте.

Йөрәк йылыһын ҡушып
Йөрәк йылыһын ҡушып
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас