САРМАНАЙ
+13 °С
Облачно
Новости
6 Декабря 2023, 07:15

Кескәй райондаштарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең Саҡмағош районында балаларҙы кескәй йәштән үк мәҙәниәт, сәнғәт һәм спорт донъяһына йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Ерлектә төрлө йәштәге балаларҙы берләштергән бернисә бейеү, художество гимнастикаһы коллективтары ойошторолған. Улар даими рәүештә төрлө кимәлдәге конкурс-бәйгеләрҙә ҡатнашып, ғорурланырлыҡ юғары ҡаҙаныштарға ирешә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кескәй райондаштарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!Кескәй райондаштарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Кескәй райондаштарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!


Ошо көндәрҙә йәнә шатлыҡлы хәбәр һөйөндөрҙе. Художество гимнастикаһы йүнәлеше буйынса шөғөлләнеүсе “Йондоҙсоҡтар” (“Звездочки”) коллективы төбәк башҡалаһы Өфөлә үткән Халыҡ-ара “Зажигай” бейеү конкурсында ҡатнашып, уның һөҙөмтәләре буйынса 1 дәрәжә лауреат исемен яуланы. Кескәй райондаштарыбыҙ бәйгелә “Калинка” бейеүен тәҡдим итте һәм жюри ағзаларын оҫталыҡтары менән һоҡландырҙы. Беҙ уларҙы ойошо еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уларға артабан да тик уңыштар ғына юлдаш булуын теләйбеҙ.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас