+13 °С
Облачно


Тура линия 29 ноябрҙә, Өфө ваҡыты менән 19.00 сәғәттә башланды. Ул социаль селтәрҙәрҙә һәм телеканаллар, радиоканаллар эфирында трансляцияланды. Сара башланғансы республикала йәшәүселәрҙән меңдән артыҡ һорау ҡабул ителгән. Сарала тәүге һорауҙар Радий Фәрит улының был аҙнала махсус хәрби операция барған зонаға сәфәре, Башҡортостанда ойошторолоп, хәрби бәрелештәр барған ерҙәргә ебәрелгән батальондар, уларға тип йыйып ебәрелгән гуманитар ярҙамдың яугирҙәргә барып етеүе тураһында булды.