

Шау-шыулы, ҙур тантаналы байрам булмаһа ла, ул үҙенсәлекле, изгелекле мәғнәгә эйә. Был көн илебеҙҙең бөтә милләттәренә лә хас булған әсәйҙәргә мөғәмәләне – ихтирам, хөрмәт, был бөйөк заттар алдында баш эйеүҙе һәм сикһеҙ яратыуҙы белдерә. Әсә һәм бала... Улар ғүмер дауамында шулай бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә тормош һуҡмағы буйлап атлай. Әсәйҙәр мәңгелек ут кеүек йәшәү ялҡынын тергеҙеп тора. Улар, яҡты ҡояш кеүек, донъябыҙға нур, йылылыҡ, яҡтылыҡ өҫтәй. Ҡәҙерле гүзәл ҙаттарыбыҙ! Һалҡын, моңһоу көҙ ҡарлы-буранлы аҡ-саф ҡышҡа күсеп барған йыл миҙгелендә билдәләнеп үтелһә лә, йылылыҡ-шатлыҡ бөркөп, донъяны илаһи нурға күмгән ошо матур байрам көнө һеҙгә шат йылмайыуҙар һәм сәскәләрҙе мөмкин ҡәҙәр күбрәк бүләк итһен, йөрәктәрегеҙҙе саф мөхәбәт, һөйөү һәм иғтибар – ихтирам хистәре менән байытһын, ихлас йән йылыһы менән һөйөндөрһен ине. Бар ғүмерегеҙҙе арнап, күңел наҙығыҙҙы биреп үҫтергән балаларығыҙҙың игелек-шатлыҡтарын күреп, улар менән ғорурланып йәшәргә яҙһын. Һәр ваҡыт шулай тормошто яратып, шат күңелле, һөйкөмле һәм ҡәҙерле әсәләр, донъялағы иң ғәзиз ҙаттар булып ҡалығыҙ!