САРМАНАЙ
+14 °С
Облачно
Новости
24 Ноября 2023, 11:15

“Әсәйебеҙ кеүек яҡын кеше Һеҙ..”

Әсәйҙәр көне – иң тулҡынландырғыс байрамдарҙың береһе. Сөнки беҙ барыбыҙ да бала саҡтан ғүмеребеҙҙең ахырына ҡәҙәр күңелебеҙҙә ҡабатланмаҫ һәм берҙән-бер образ – барыһын да ғафу итә белгән, аңлаған, шатлыҡ-борсоуҙарыбыҙҙы бүлешкән һәм бер нимәгә лә ҡарамай беҙҙе ихлас яратҡан әсәйебеҙ тураһындағы яҡты хистәрҙе йөрөтәбеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Әсәйебеҙ кеүек яҡын кеше Һеҙ..”“Әсәйебеҙ кеүек яҡын кеше Һеҙ..”
“Әсәйебеҙ кеүек яҡын кеше Һеҙ..”


Илебеҙҙә иң ғәзиз кешеләребеҙҙе ололап билдәләнгән яҡты байрам уңайынан район үҙәк китапханаһында әҙәби-музыкаль кисә үтте. “Тормоштоң бөтә аҫыл төҫтәре – һинең өсөн...” тип исемләнгән был тулҡынландырғыс сарала Саҡмағош гимназияһының 9Б синыфы уҡыусылары ҡатнашты. Ул Әсәйҙәр көнө байрамының тарихы менән таныштырыуҙан башланды.
Билдәле булыуынса, беренсе уҡытыусы ла уҡыусылары өсөн икенсе әсәй кеүек иң яҡын кешеләрҙең береһе. Әлеге сараға ла 9Б синыфының беренсе уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғәриф отличнигы – Рәзилә Хәтмулла ҡыҙы Ҡамалова чакырылды. Үҙе лә өс ҡыҙ әсәһе булған Рәзилә Хәтмулла ҡыҙы әлеге ваҡытта райондың Балалар ижад үҙәге етәксеһе булып эшләй. Сара барышында ул элекке уҡыусыларына үҙ ғаиләһенең традициялары, ғаилә ҡиммәттәре, үҙ һөнәренә булған һөйөүе, уҡыусылары, тәрбиәләнеүселәренә бар күңел йылыһын биреп, хеҙмәтен яратып эшләүе тураһында һөйләне, уларҙың күп һанлы һорауҙарына яуап бирде.
Байрам сараһы барышында ерҙәге иң ҡәҙерле кешеләргә – әсәйҙәргә арналған шиғырҙар яңғыраны. Элекке уҡыусыларының уға арналған ҡотлау сығыштары Рәзилә Хәтмулла ҡыҙы өсөн күңелле сюрприз, тулҡынландырғыс бүләк булды. “Беҙгә тормош һәм йылылыҡ бүләк итеүсе гүзәл зат тураһында...” тип исемләнгән презентация һәм уҡытыусылар тураһындағы видеороликтар байрам сараһын тағы да тулыландырды һәм уға йәм-төҫмөр өҫтәне. Махсус әлеге осрашыу өсөн китапханасылар тарафынан шулай уҡ “Бишек тибрәтеүсе ҡулдар йылыһы...” тип исемләнгән китап-рәсем күргәҙмәһе лә әҙерләнгән ине.

“Әсәйебеҙ кеүек яҡын кеше Һеҙ..”
“Әсәйебеҙ кеүек яҡын кеше Һеҙ..”
“Әсәйебеҙ кеүек яҡын кеше Һеҙ..”
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас