Инде хәбәр итеүебеҙсә, райондан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам илтеп тапшырҙылар. Уны оҙатып барған төркөм буш ҡул менән ҡайтманы.
–Гуманитар конвой составы исеменән музейға экспонаттар сифатында танк снаряды һәм кассеталы бомба гильзаларын – әлеге ваҡытта Украинала дауам иткән алыш элементтарын тапшырабыҙ. Район кешеләре һәм ҡунаҡтар ундағы хәлдең етдилеген тулыһынса анлауҙарын, егеттәребеҙҙең ни өсөн һуғышҡандарын үҙ күҙҙәре менән күреп аңлауҙарын теләйбеҙ. Яҡташтарыбыҙҙың рухы ныҡ, барыһы ла Еңеүгә ынтыла, – тине муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Латипов.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ринат Мөхәммәтйәнов хеҙмәттәштәре исеменән ярҙам күрһәтеүселәргә һәм бындай сара ойоштороусыларға ихлас рәхмәт белдерҙе.
Махсус хәрби операция барған төбәктән әйберҙәр йыйып музейға тапшырыу уйы һуғышсылар менән бер осрашыу ваҡытында тыуа. Хәҙер музейҙа хәрби операцияға бағышланған айырым экспозиция ойоштороласаҡ.