Улар барышында төрлө синыфтарҙа белем алыусы уҡыусылар ерлегебеҙҙә урынлашҡан күп һанлы ойошма-учреждениеларҙа булып, хеҙмәт коллективтарының эшмәкәрлеге, айырым һөнәрҙәрҙең үҙенсәлектәре менән таныша. Һөнәрҙәр иленә сираттағы ошондай сәйхәт Саҡмағош үҙәк дауаханаһына ҡылынды. Район үҙәгенең беренсе урта мәктәбе уҡыусылары поликлиникала булдылар. Уларға дауалау учреждениеһы буйынса экскурсияны ойоштороу-методика кабинеты етәксеһе Р.А.Исмәғилев үткәрҙе. Сара барышында уҡыусылар сәләмәтлек һаҡлау өлкәһендә эшләүҙең үҙенсәлектәре, табибтар, шәфҡәт туташтары эшмәкәрлеге һәм һөнәри бурыстары хаҡында белем-мәғлүмәттәрҙәрен арттырҙылар, дауаханаға эшкә урынлашыу мөмкинлектәре тураһында белделәр. Егеттәр һәм ҡыҙҙар шулай уҡ күп һорауҙар еткереп, уларға аныҡ һәм тулы яуаптар алдылар. Был осрашыу үҫмерҙәргә медицина өлкәһендә хеҙмәт һалыусыларҙың эшен тәрәнрәк аңларға, был еңел булмаған эш тураһында күбрәк мәғлүмәт үҙләштерергә мөмкинлектәр асты.