

Октябрь ахырында-ноябрь башында Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән “Беренселәрҙең уңыш формулаһы” тип исемләнгән төбәк профильле сменаһы үтте. Уның дауамында беҙҙең Беренселәр хәрәкәте активистары остаздары, Саҡмағош Йәштәр үҙәгенең йәштәр менән эшләү буйынса белгесе Юлиә Ғайнислам ҡыҙы Хәкимова менән бергә интерактив тренингтар үттеләр, интеллектуаль уйындарҙа ҡатнаштылар.
Һанаулы көндәр бик тиҙ үтеп китте. Сменаның программаһы тәрән йөкмәткеле, фәһемле сараларға бай итеп төҙөлгәйне. Был көндәрҙә йәш райондаштарыбыҙ төрле уйындарҙа үҙ белемдәрен һәм көстәрен һынап ҡараны, үҙҙәре өсөн яңы булған байтаҡ мәғлүмәттәр үҙләштерҙе, төрлө төбәкәрҙән килгән тиҫтерҙәре менән дуҫлашты. Улар Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы был саранан бик тә ҡәнәғәт булып, хәрәкәт сараларында, йәмәғәт тормошонда тағы ла әүҙемрәк ҡатнашыу теләге менән ҡайтты. Профильле сменада үткәргән көндәрҙән тәьҫораттары менән уртаҡлашып, Иҫке Ҡалмаш урта мәктәбе уҡыусыһы Денис Макулов: “Бөтәһе лә бик оҡшаны, “супер” булды. Беҙ башҡа райондарҙан килгән йәштәштәребеҙ менән таныштыҡ, ойошторолған күп һанлы сараларҙа ҡатнаштыҡ. Рус драма театры актеры һәм танылған блогер менән осрашыу минең өсөн айырыуса истәлекле булды”, – тине. Яна Ғәлиева ла был профильле смена эшсәнлегендә ҡатнашыуына шат: “Барыһы ла бик оҡшаны. Барыһы да шундай изгелекле һәм мөләйемдар! Беҙҙең өсөн күп төрлө конкурстар һәм саралар үткәргән волонтерҙарға айырыуса рәхмәттәремде еткерәһем килә, улар беҙҙең сменалағы ваҡытыбыҙ күңелле һәм фәһемле үтһен өсөн шул ҡәҙәр тырышты, афариндар!” – тине ул, был саранан алған тойғолары менән уртаҡлашып.