САРМАНАЙ
+13 °С
Облачно
Новости
8 Ноября 2023, 10:05

Яугирҙәр менән осрашыу

Саҡмағош яугирҙәре махсус хәрби операция зонаһында илебеҙҙең бөтә төбәктәренән килгән яуҙаштары менән иңгә-иң ҡуйып дәүләтебеҙ бәйһеҙлеген ҡаһармандарса яҡлай. Районыбыҙҙың Рапат ауылынан егерменән артыҡ ир-егет өлөшләтә мобилизация сиктәрендә һәм үҙ ихтыярҙары менән илде һаҡларға тигән ҡарар ҡабул иткәндән һуң яуға китеп, хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугирҙәр менән осрашыуЯугирҙәр менән осрашыу
Яугирҙәр менән осрашыу


Күптән түгел ошо ауылдың ялға ҡайтҡан яугирҙәре һәм әлеге ваҡытта дошман менән алышҡан хәрби яҡташтарыбыҙҙың ата-әсәләре, ҡатындары, туғандары менән осрашыу үтте. Улар менән аралашыу, уҡыусыларҙың сығыштары, концерт номерҙары – болар бөтәһе лә бик тулҡынландырғыс булды һәм яуҙағы яҡташтарыбыҙ менән ғорурланыу тойғоларын уятты. Алдағы көндәрҙә бындай осрашыуҙарҙы райондың бөтә ауыл биләмәләрендә лә ойоштороу күҙаллана.
Беҙ хәрби операция зонаһында ил етәкселеге ҡуйған бурыстарҙы үтәгән бөтә райондаштарыбыҙҙың да сәләмәт, имен-һау булыуҙарын һәм еңеү яулап, мөмкин ҡәҙәр тиҙрәк тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Яугирҙәр менән осрашыу
Яугирҙәр менән осрашыу
Яугирҙәр менән осрашыу
Яугирҙәр менән осрашыу
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас