

“Бәйге” тип исемләнгән был сара Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнап ойошторолды. Ярыштар барышында унда ҡатнашыусы спортсылар төрки халыҡтарҙың өс төрле спорт уйынында – “Таяҡ тартыу” (мас-рестлинг), “Тарт-эт” (“Тяни-толкай”), “Тартыш” (“Перетягивание”) бәйгеләрендә үҙ көстәрен һынап ҡаранылар. Саҡмағош районы вәкилдәре был бәйгелә лайыҡлы сыһыш яһап, һөйөнөсле уңыштарға ирештеләр.
Ренат Бәҙретдинов “Таяҡ тартыу” ярышында 70 кг. ауырлыҡ категорияһында ҡатнашыусы спортсылар араһында 1-нсе урын яулап, еңеүсе булды. Илдус Ғүмәров 80 кг. ауырлыҡ категорияһында, Раил Ханов 90 кг. ауырлыҡ категорияһында өсөнсө призлы урынға сыҡтылар.
“Тарт-эт” уйындарында 90 кг. категорияһында көс һынашҡан Раил Ханов – икенсе, 60 кг. категорияһында Кирилл Капитонов өсөнсө урынды яуланылар.
“Тартыш” ярыштарында иһә бөтә төр ярыштарҙа ла ҡатнашып, призлы урындар яулаған яҡташыбыҙ Раил Ханов үҙ ауырлыҡ категорияһында иң көслөһө дип танылып беренсе урынды яуланы һәм еңеүсе булыуға иреште.
Беҙ райондаш спортсыларыбыҙҙы ошо ҡаҙаныштары менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да юғары спорт уңыштарына ирешеүҙәрен теләйбеҙ.