САРМАНАЙ
+1 °С
Облачно
Новости
3 Ноября 2023, 07:10

Республика форумында ҡатнаштылар

Октябрҙең ахыргы көнендә Өфөләге “Торатау” Конгресс-холлда мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары педагогтарының республика форумы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика форумында ҡатнаштыларРеспублика форумында ҡатнаштылар
Республика форумында ҡатнаштылар

 Уның эшсәнлегендә беҙҙең Сағмағош районы вәкилдәре – мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Әлиә Фаил кыҙы Сәйетова, методист Альбина Салауат ҡыҙы Батыргәрәйева, район үҙәгенең 5-се балалар баҡсаһы етәксеһе Әлфиә Хәмит ҡыҙы Мөхәмәтйәнова ҡатнашты. Был күләмле сара мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең стратегик йүнәлештәренә арналды. Уның барышында шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балаларға тәрбиә биреү һәм үҫеш өсөн шарттар булдырыу маҡсатында берҙәм белем биреү мөхитен төҙөү мәсьәләләре лә тикшерелде.
Форум дауамында алты тематик майҙансыҡ эшләне. Уларҙа мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәре тураһында һүҙ барҙы. Бөгөнгө көндә ил күләмендә көнүҙәк булған педагогик кадрҙарҙы әҙерләү системаһын яңыртыу һәм төбәк өҫтөнлөктәре, мәктәпкәсә белем биреү сифатын баһалау, был системала инклюзив белем биреү һәм уның инновацион үҫеше темалары ла көн үҙәгендәге мәсьәләләр булды.

Республика форумында ҡатнаштылар
Республика форумында ҡатнаштылар
Республика форумында ҡатнаштылар
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас