САРМАНАЙ
+13 °С
Облачно
Новости
31 Октября 2023, 11:15

Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды

Ашнаҡсы эше – еңел булмаған, әммә мәртәбәле, маҡтаулы һөнәр. Ә инде мәктәптә хеҙмәт һалған был һөнәр эйәләренең эше үтә лә яуаплы. Уларҙың эшмәкәрлеге һәр саҡ ил, республика етәкселегенең даими һәм ныҡлы контролендә. Саҡмағош районы мәктәптәрендәге ашханаларҙа хеҙмәт һалған ошо маҡтаулы һөнәр эйәләренең эше йыл һайын үткәрелә торған һөнәри бәйге-конкурстарҙа һәр ваҡыт юғары баһа ала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаландыХеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды


Билдәле булыуынса, 20 октябрҙә мәктәп ашнаҡсыларының һөнәри байрамы билдәләнде. Был көндө район мәктәптәрендә тәмле, файҙалы аштары менән уҡыусыларҙың сәләмәтлеген нығытыуға үҙ хеҙмәт өлөшөн индергән ошо изгелекле һөнәр эйәләре хөрмәтләнде. Ә күп йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә булған ике райондашыбыҙҙың хеҙмәте башҡалалағы Профсоюздар йортонда үткән тантанала айырым билдәләнде. Намыҫлы хеҙмәттәре, юғары һөнәри оҫталыҡтары һәм социаль туҡландырыуҙы ойоштороуға индергән ҙур өлөштәре өсөн Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең өлкән ашнаҡсыһы Лилиә Мәсғүт ҡыҙы Йосопова Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының Маҡтау грамотаһы, Яңы Ҡото ауылы мәктәбе ашнаҡсыһы Миләүшә Вил ҡыҙы Баймиева ошо уҡ министрлыҡтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Беҙ райондаштарыбыҙҙы ошо ҙур һөйөнөстәре менән ҡотлап, уларға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас