САРМАНАЙ
+18 °С
Облачно
Новости
24 Октября 2023, 05:00

Көрәш буйынса ярыш

Советтар Союзы Геройы В. Д. Паширов исемендәге 1-се урта мәктәптә балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә егеттәр араһында – грек-рим һәм ҡыҙҙар араһында билбау көрәше беренселеге үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көрәш буйынса ярышКөрәш буйынса ярыш
Көрәш буйынса ярыш

 

Ярыштар юғары дәрәжәлә үтте. Ҡатнашыусылар ҡыҙыҡлы көрәш күрһәтте. Беренсе тапҡыр килгән балалар үҙҙәрен рухи көстә, етеҙлек һәм ныҡлыҡта, дуҫлыҡ һәм бер-береһенә ярҙам итеүҙә һынаны. Улар өсөн барса спортсылар ғына түгел, ата-әсәләре лә йән атып торҙо.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса үҙ йәш категориялары буйынса беренсе урынды Әмирхан Броян, Тимофей Тимофеев, Тимур Сәфәрғәлиев, Рамазан Ниғмәтйәнов, Володя Гасанян, Әмир Мостафин, Нияз Әхмәтйәнов, Вадим Тимофеев яуланы.

Икенсе урынға үҙ йәш категорияларында Искәндәр Бусов, Тофик Броян, Артем Мамалимов, Суто Броян, Мусса Гасанян, Александр Муртаев, Иван Яхин, Вадим Хәйруллин лайыҡ булды.

Өсөнсө урынға үҙ йәш категорияларында Елисей Десяткин, Данил Белов, Тимур Ихсанов, Ислам Пардаев, Данияр Әхмәтов, Әмир Фәттәхов, Анатолий Соколов, Альмир Хәбәбетдинов, Эмиль Сәфәрғәлиев иреште.

Ун биш-ун алты йәшлек ҡыҙҙар араһында билбау көрәше буйынса икенсе урынға Ангелина Плотникова, өсөнсө урынға Динара Хәйруллина эйә булды.

Барса енеүселәр миҙал  һәм грамоталар менән бүләкләнде.

 

Автор:Беҙҙен хәбәрсе.
Читайте нас