САРМАНАЙ
+1 °С
Снег
Новости
17 Октября 2023, 05:20

Афарин!

Бөгөн һеҙҙе Советтар Союзы Геройы Фазылйән Әхмәлетдинов исемендәге Әхмәт урта мәктәбенең һәләтле уҡыусыһы Руфина Баҡыева менән таныштырып үтәбеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Афарин!Афарин!
Афарин!

 

 Ул скрипка һәм фортопианола оҫта уйнай, спорт менән шөғөлләнә, рәсем төшөрә. Ата-әсәһе менән йыш ҡына тәбиғәт  ҡосағында ял итергә ярата, гүзәллекте күрергә өйрәнә.

Руфина өсөн беренсе урында – уҡыу, өй эштәрен үҙ аллы әҙерләй, әсәһенә булышырға ла өлгөрә.

Башҡортостан Республикаһы көнөнә бағышланған тантаналы сарала райондың уҡыуҙа һәм ижади эшсәнлектә юғары уңыштарға ирешкән бер төркөм уҡыусыларына муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Латиповтын стипендияһы тапшырылды. Улар араһында балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы Руфина Баҡыева ла бар (уҡытыусыһы Елена Латипова).  Афарин, Руфина!

Афарин!
Афарин!
Афарин!
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас