САРМАНАЙ
+18 °С
Облачно
Новости
9 Октября 2023, 06:55

Минең Ватаным бында башлана...

2021 йылдың яҙында Башҡортостанда “ Атайсал” проекты старт алды. Ул тыуып үҫкән Кескәй Ватанға ярҙам итеүҙе һәм республикала туған уңышлы, киң билдәле кешеләрҙе берлештереүҙе күҙаллай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Минең Ватаным бында башлана...Минең Ватаным бында башлана...
Минең Ватаным бында башлана...

 Һәр сораҡта был кешеләр йөрәге ҡушыуы буйынса һәм мөмкинлектәренә ярашлы үҙҙәренең туған ауылында, ҡалаһында көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә ярҙамлаша. Башҡортостанда иғлан ителгән Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы сиктәрендә Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауыл китапханаһында “Минең Ватаным бында башлана” тип исемләнгән осрашыу үтте. Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев, яҡташыбыҙ – Башҡортостан Республикаһы дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, иҡтисад фәндәре докторы, төбәктең Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, доцент, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфөләге федераль тикшеренеү үҙәгенең төбәк иктисады проблемалары лабораторияһының баш фәнни хеҙмәткәре, “Атайсал – Кесе Ватан” проектының әүҙем ҡатнашыусыһы Рөстәм Ринат улы Ахунов, Ҡалмашбаш ауыл биләмәһе башлығы Раил Исламетдин улы Нурғәлиев, Ҡалмашбаш урта мәктәбенең 8-10 синыф уҡыусылары ҡатнашты.
Осрашыуҙы асып, китапханасы “Атайсал” проекты тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Артабан Реканс Фәнил улы ошо проект сиктәрендә район биләмәһендә башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Өфөнән ҡайтҡан яҡташыбыҙ Рөстәм Ринат улы уҡыусыларҙы үҙе менән таныштырып, эшсәнлеге, төрле дәрәжәләге программаларҙа ҡатнашыуы тураһында һөйләп, киләсәккә пландары менән таныштырҙы һәм мәктәпкә спорт инвентары бүләк итте. Раил Исламетдин улы Ҡалмашбаш ауыл биләмәһендә арҙаҡлы яҡташтар ярҙамы менән башҡарылған эштәр тураһында мәғлүмәт еткерҙе.
Сара ахырында осрашыуға саҡырылған ҡунаҡтар унда ҡатнашыусыларҙың күп һанлы һорауҙарына яуап бирҙе һәм ауылдың киләсәгенә битараф булып ҡалмай, уның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға, спорт менән шөғөлләнергә, яҡшы уҡырға өндәне һәм Яңы йыл байрамы алдынан йәнә осрашыу үткәрергә һүҙ ҡуйышты.
Ошондай саралар йәш быуынды патриотлыҡ рухында тәрбиәләү өсөн айырыуса мөһим. Улай ғына ла түгел, бындай осрашыуҙар үҫмерҙәрҙе арҙаҡлы яҡташтар үрнәгендә уңышлы булып үҫер өсөн тырышлыҡ һалырға, уларҙан өлгө алырға ла этәрә.

Минең Ватаным бында башлана...
Минең Ватаным бында башлана...
Минең Ватаным бында башлана...
Минең Ватаным бында башлана...
Минең Ватаным бында башлана...
Минең Ватаным бында башлана...
Минең Ватаным бында башлана...
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас