-3 °С
Облачно


Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә иғлан ителгән операция сиктәрендә Имәнлеҡул урта мәктәбе уҡыусылары ла “Таҙа яр” акцияһында ҡатнаштылар. Бындай сара мәктәптә ел һайын көҙ һәм яҙ айҙарында үткәрелә. Әлеге операцияның маҡсаты – туған яҡ тәбиғәтенә мөхәббәт һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, һыу буйҙарын, быуалар ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу, балалар-үҫмерҙәр араһында аңлатыу эштәре алып барыу аша экологик мәҙәниәтлелек тәрбиәләү. Бындай саралар быйыл республикала иғлан ителгән Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылында айырыуса актуаль, көнүҙәк булып тора. Мәктәп уҡыусылары был акцияла актив ҡатнашып, тыуған ауылдары өсөн файҙалы эш башҡара алыуҙарына һөйөндөләр.