

2023-2024 уҡыу йылына әҙерлек сиктәрендә беҙҙең Саҡмағош районында мәктәптәрҙең матди-техник баҙаһын яҡшыртыу маҡсатында байтаҡ эштәр башҡарылды, шулай уҡ уҡыусыларға белем һәм тәрбиә бирәсәк педагогтарҙың һөнәри оҫталығын ҡамиллаштырыу йәһәтенән бөтә мөмкинлектәр ҡулланылды. “Мәғариф” дөйөм дәүләт проектының “Заманса мәктәп” федераль проектын тормышҡа ашырыу сиктәрендә 29 августа Өфө районының Шамонино биҫтәһендәге урта мәктәптә фәнни-ғәмәли һәм технологик йүнәлештәге “Үҫеш нөктәһе” белем үҙәктәре педагогтары ҡатнашлығында республика кимәлендәге семинар-кәңәшмә үтте. Сара 2023 йылда ошо белем үҙәктәрен булдырыу һәм эшләтеү өсөн алынған йыһаз-ҡоролмаларҙы белем биреү процессында ҡулланыуға арналды. Республика семинарында беҙҙең райондан “Үҫеш нөктәһе” белем үҙәктәрен булдырыу һәм эшләтеү буйынса муниципаль координатор Л.Х. Әхмәҙуллина, Йомаш урта мәктәбе белем үҙәге етәкесеһе Г.Р. Мостафина, Яңы Балтас урта мәктәбендә яңы уҡыу йылында эш башлаясаҡ “Үҫеш нөктәһе” үҙәге педагогтары А.М.Исламов менән Р.Г.Ситдиҡова ҡатнашты. Осрашыу фәһемле һәм һөҙөмтәле булды, уның барышында хеҙмәттәштәр проект сиктәрендә мәктәптәргә ҡайтарылған йыһазҙарҙы белем биреү процессында ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар, робототехника, шулай уҡ “Физика”, “Химия” һәм “Биология” предметтары буйынса оҫталыҡ сәғәттәре күрһәттеләр.