-1 °С
Ясно


Гөлфиә Юнысова – бик күп шиғри китаптар авторы. Уның шиғырҙары тормошҡа, кешелеккә һөйөү менән һуғарылған. Уның ижадының төп темаһы булып балалар, ҡатын-ҡыҙ, әсә, ғаилә, бәхет, мөхәббәт, матурлыҡ төшөнсәләре тора. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының шиғырҙары тормошсан, фәлсәфәүи булыуы менән күңелдәргә үтеп инә.
Сарала шағирәнең тормош юлына, ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһалды. Ҡатнашыусылар Гөлфиә апайҙың фәһемле шиғырҙарын уҡыны һәм тәрлө композиторҙар көйөнә һалынған йырҙарын башҡарҙы.
Сарала ҡатнашыусылар гүзәл шағирәгә, көслө рухлы ҡатын-ҡыҙға, тынғыһыҙ әсәгә, хәстәрлекле өләсәйгә һоҡланып, уның матур тауышы менән яҙылған изге теләктәрен тыңлап, күркәм саранан таралдылар.