САРМАНАЙ
-3 °С
Облачно
Новости
21 Сентября 2023, 04:30

Белемдәрен камиллаштырҙылар

20 сентябрҙә, Саҡмағош районының Яңы Балтас урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик семинары үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Белемдәрен камиллаштырҙыларБелемдәрен камиллаштырҙылар
Белемдәрен камиллаштырҙылар

 Уның темаһы – "Башҡорт теле дәрестәрендә яңыртылған федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарын тормошҡа ашырыу". Семинарҙа ҡатнашыусылар федераль дәүләт белем биреү стандарттары үҙенсәлектәре менән танышты, башҡорт телен уҡытыуға ҡағылышлы төп мәсьәләләргә туҡталды. Районыбыҙҙың белем биреү усаҡтарында туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан Республикаһының дәүләт (башҡорт) теле предметтарын төп документтарға яраҡлаштырып белем биреү маҡсатында үҙгәрештәр ҡаралды.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары семинарҙа яңыртылған федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса үҙҙәренең белемдәрен камиллаштырҙы. Улар ошондай фәһемле семинар ойоштороусыларға, район мәғариф бүлегенә, Яңы Балтас мәктәбе етәкселегенә ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.

Белемдәрен камиллаштырҙылар
Белемдәрен камиллаштырҙылар
Автор:Рәмзилә Исламғәлиева, Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Читайте нас