+1 °С
Облачно


Бөгөнгө көнгә 6 мең тоннанан ашыу татлы тамыр ҡаҙып алынған. Сәсеүлектәрҙән юғары уңыш алыу өсөн яҙҙан башлап күләмле, маҡсатҡа ярашлы эш алып барылды. Быйыл был техник культура 5600 гектар сәсеүлек майҙандарын биләй.
Был эш менән беррәттән район хужалыҡтарында силос хәҙерләү, туңға һөрөү һәм тупраҡ эшкәртеү эштәре лә ырамлы алып барыла. Саҡмағош аграрийҙары аяҙ көндәрҙең һәр миҙгелен һөҙөмтәле файҙаланырға ынтылып, бар тырышлығын һалып эшләй.