

Фестивалдең төп сараһы – “Уйындан мөһимрәк: Рәсәйҙең уйынсыҡтар сәнәғәте роле, билдәләнеше һәм үҫеш нөктәләре” тип исемләнгән пленар ултырыш. Унда Рәсәйҙең Федераль Йыйылышы Федерациялар Советы, илдең Сәнәғәт сауҙаһы министрлығы вәкилдәре, йүнәлештең әйҙәүсе эксперттары ҡатнашасаҡ тип көтөлә.
Уйынсыҡтар фестивале башҡаланың яңыртылған Совет майҙанында үтәсәк. Дүрт көн дауамында бында үҙ илебеҙ етештереүселәренең уйынсыҡтары күргәҙмәләре һәм һатыуҙары, яратҡан йәнһүрәттәр геройҙары парадтары ойоштороласаҡ, иң яхшы балалар уйындары практикалары тәҡдим ителәсәк. Фестивалдең киске программаһында популяр артистар сығышы һәм көн һайын йәнһүрәттәр күрһәтеү ҡаралған. Бынан тыш, әлеге күләмле сарала яңы быуын китапханаларҙың интерактив йыһазҙарҙы күрһәтеүе һәм уйынсыҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ сәғәттәре тәҡдим итеүе лә күҙаллана. Фестиваль һәр көннө иртәнге 10.00 сәғәттән киске 22.00 сәғәткә ҡәҙәр эшләй.
Саҡмағош үҙәк биләмә-ара китапханаһы хеҙмәткәрҙәре уға әҙерләкте башланы ла инде. Ошо көндәрҙә улар Балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлеге педагогы Нәфисә Рабис ҡыҙы Ғилметдинова етәкселегендә кейеҙҙән уйынсыҡ себеш эшләргә өйрәнделәр. Оҫталыҡ сәғәте барышында улар кейеҙ менән эшләү нигеҙҙәрен үҙләштерҙеләр, уның оҫта ҡулдарҙа йәнләнеүен тойҙолар. Быуындарҙан-быуындарға матди һәм рухи мираҫ булып тапшырылып килгән был сәнғәт төрө – ижат, илһам һәм ғәжәйеп шатлыҡ донъяһы. Бындай эшләнмәләр ил күләмендәге был сараны милли төҫмер менән байытып, йәш быуын вәкилдәрен рухи тамырҙарға, халыҡ сәнғәтенә тағы ла нығыраҡ йәлеп итәргә, ылыҡтырырға ярҙам итер тигән ышаныс ҙур.