САРМАНАЙ
+1 °С
Снег
Новости
29 Августа 2023, 06:40

Аҡҡош күле буйында

Сәләмәтлектәре үҙенсәлекле балаларҙың әсәләренең район берекмәһе муниципаль район хакимияте һәм Баҡай ауыл биләмәһе етәкселеге менән берлектә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн байрам ойошторҙо. Күләмле һәм мауыҡтырғыс был сара «Хуш, йәй» тип аталды.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Аҡҡош күле буйындаАҡҡош күле буйында
Аҡҡош күле буйында

Бының өсөн райондың ин матур урындарының береһен – Юғары Сәйет ауылы янындағы Аҡҡош күле буйын һайланылар. Был төбәктен гүзәллеге балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә

Балалар тирә-яҡ менән танышып йөрөгән арала Баҡай ауыл Советы ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре  тәмле еҫ анҡытып торған былау өлгөрттө. Атайҙарҙың береһе барыһына етерлек итеп ит тултырмаһы ҡыҙҙырҙы. Башҡа аҙыҡ-түлекте лә ата-әсәләр үҙҙәре әҙерләне. Көтмәгәндә һибәләй башлаған ямғыр ҙа ял итеүселәрҙең кәйефен боҙа алманы. Сөнки ямғыр яуғанда «Тыуған яҡ» йәмғиәтен ойоштороусылар Артур Әсмәндияров һәм Айҙар Йосопов ҡорҙорған ҙур тирмәлә ышыҡланып торҙолар. Улар балаларҙы моторлы кәмәлә лә йөрөттөләр.

Ял сараһы бик күңелле үтте. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бик ҡәнәғәт ҡалды.

Аҡҡош күле буйында
Аҡҡош күле буйында
Аҡҡош күле буйында
Аҡҡош күле буйында
Аҡҡош күле буйында
Аҡҡош күле буйында
Аҡҡош күле буйында
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас