

1930 йылдың тап ошо көнендә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының “БАССРҙың административ бүленеше тураһында”ғы Ҡарары менән әлеге ваҡытта ғәмәлдә булған райондарҙың, шул иҫәптән беҙҙең Саҡмағош районының да, сиктәре бүленеше раҫланған. Ошо иҫтәлекле дата айҡанлы район үҙәкләштерелгән биләмә-ара китапхаһында районыбыҙҙың туған көнөнә арнаған сара – әңгәмә үтте. Уға әҙерлек сиктәрендә махсус китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Сара барышында китапханасы Зөлфиә Ғилемханова китап уҡыусыларға районыбыҙҙың барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше тарихы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Беҙҙең Саҡмағош төбәге фиҙәҡәр көндәлек хеҙмәте менән ауыл хужалығы, төҙөлөш, мәғәриф, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға ирешкән тырыш, уңған халҡы менән данлы. Ситтән килгән районыбыҙ ҡунаҡтары Саҡмағоштоң матурлығына, йылдан-йыл ҙурая, йәмләнә барыуына, ҡалаларҙаң һис ҡайтыш булмауына, беҙҙең яҡтарҙағы ауылдарҙың, йорт-ихаталарҙың төҙөклөгөнә, таҙалығы-бөхтәлегенә, күркәм тәбиғәтенә һоҡлана. Ә инде ауыл хужалығы тармағында хеҙмәт һалған яҡташтарыбыҙ – республика ғорурлығы. Беҙ туған районыбыҙ ҡаҙаныштары менән ихлас ғорурланып, уның артабан да шулай заман менән бергә атлаусы, үҫешкән, күркәм төбәк булуын, сәскә атыуын теләйбеҙ.