

Күптән түгел унда православие динен тотоусы яҡташтар өсөн махсус бүлмә йыһазланған инде. Ошо көндәрҙә иһә ислам дине тәғлиматтарын үтәп йәшәүсе дин ҡәрҙәштәребеҙ өсөн махсус бүлмә булдырылып, тантаналы асылды. Был бүлмә дауахананың стационар бинаһындағы икенсе ҡатта урынлашҡан. Уның иҙәненә келәм түшәлеп, михраб урынлаштырылған, намаҙлыҡтар хәстәрләп ҡуйылған. Намаҙ уҡыу бүлмәһе эргәһендә тәһәрәтләнеү өсөн дә урын булдырылған. Намаҙ бүлмәһен асыу тантанаһында район имам-мөхтәсибенең ярҙамсыһы, “Әдһәм-Бикә” мәсете имам-хатибы Дилшод хәҙрәт Ҡасимходжаев тәүге аҙанды әйтеп, намаҙ уҡыны. Ул дауахананың таш табибәһе Алина Фаил ҡыҙы Латиповаға үҙ етәкселегендәге персонал һәм ауырыуҙар тураһында күргән хәҫтәрлеге, аныҡлап әйткәндә, дин тотоусы яҡташтар өсөн уңалыҡтар булдырыуы өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Тантананың рәсми өлөшө ахырында Алина Фаил ҡыҙы Саҡмағоштоң үҙәк мәсете булған “Әдһәм-Бикә”гә йөрөүсе мосолмандарға Рәхмәт хатын тапшырҙы.