САРМАНАЙ
+9 °С
Ясно
Новости
17 Августа 2023, 07:45

Юғары дәрәжәлә үтте

Йәй – хоккейсыларға оҫталыҡтарын күтәреү һәм яны сезонға нигеҙ һалыу өсөн өҫтәмә мөмкинлек ул. Беҙҙең «Кристалл» хоккей клубының йәш спортсылары өсөн дә был шулай булды. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Юғары дәрәжәлә үттеЮғары дәрәжәлә үтте
Юғары дәрәжәлә үтте

Балалар Белорет районының һоҡланғыс матур урынында – Яңы Абҙаҡ ауылында тренер-уҡытыусы Артур Хәбиров етәкселегендә күнекмәләр йыйынында булдылар.  Уның барышында спортсыларҙың йәшен һәм шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, махсус һәм теоретик әҙерлек үткәрелде. Спортсылар араһында еңел атлетика буйынса кросс үткәреү сағыу ваҡиға әүерелде.  Самир Кәримов, Эльдар Яҡупов, Руслан Мәһәҙиев үҙ йәш төркөмдәрендә еңеүсе булдылар. Константин Южаков, Таһир һәм Тимур Ғүмәровтар икенсе һөҙөмтә күрһәттеләр. Морат Йәнгиров, Данияр Илмырҙин һәм Данияз Аллаяров финиш һыҙығын өсөнсө булып үттеләр. Ҡыҙҙар араһында Доминика Зесенко – беренсе, Ксения Зөбәйерова икенсе урындарҙы алды.  Йыйын юғары дәрәжәлә һәм бик файҙалы үтте. Бөйөк полководец Александр Суворовтың билдәле һүҙҙәрен үҙгәртеп әйткәндә: «Өйрәнгәндә ауыр булһа, ярышта еңел булыр». Беҙҙең хәбәрсе.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас