

Күп кенә яҡташтарыбыҙ өлешләтә мобилизация, контракт буйынса һәм үҙ теләктәре менән хеҙмәт итәләр. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һуғыш хәрәкәттәре барған урындарҙа йыш була, һуғышсылар менән аралаша, бүләктәр тапшыра. Төбәк Башлығының бер барыуында яҡташыбыҙ атаһына уңыш йыйыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Р. Хәбиров уға был эште ойошторорға һүҙ биргән. Алексей (исеме үҙгәртелде) алты йыл элек үҙ фермер хужалығын ойошторған. 500 гектар ер теркәгән, техника, аҫылма һәм тағылма эш ҡоралдары һатып алған. 2022 йылда генерал М. Шайморатов исемендәге батальонга яҙылған һәм махсус хәрби операцияға киткән. Фермер хужалығы атаһына ҡалған. Етенсе тиҫтәне ваҡлаһа ла, ул егәрле, тырыш. Шулай ҙа яңғыҙына бөртөклөләр уңышын йыйып алыу еңелдән түгел. Радий Фәрит улы муниципаль район хакимиәте башлығына фермерға уңыш йыйыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе йөкмәтте. Шул уҡ кисте хужалыҡҡа «Башкирагроинвест» йәмғиәтенең айырымланған Кушнаренко бүлексәһенән ике комбайн килеп етә. Иртә менән улар урып-йыйыуға керештеләр. Ашлыҡ ташыуҙа ошо уҡ ауыл хужалығы предприятиеһының ике "КамАЗ" үҙбушатҡыс автомобиле эшләй. Барлығы 200 гектарҙан бойҙай һәм арпа уңышын йыйып алаһы бар. Төшөм яҡшы, бойҙай һәр гектарҙан 25 центнер уңыш бирә. – Үҙебеҙҙең комбайн ныҡ иҫке, былтыр ситтән яллаған инем. Ә быйыл ярҙамға иҫ киткес ҡеүәтле техника килде. Хәләл ефетем был турала улыбыҙға хәбәр итте лә инде. Алексей бик һөйөнгән. Ошо ярҙамға ҡағылышлы барсаһына ғаиләбеҙ исеменән ихлас рәхмәт белдерәм, – тине фермер. Алексей үҙе «Урал» автомбилендә алғы һыҙыҡҡа төрлө йөктәр ташый. Ҡушаматы «Дрон». –Улыбыҙ бер нимәгә лә зарланмай, борсолмағыҙ, барыһы ла һәйбәт ти. Отпуск бирәбеҙ тигәндәр. Күҙ ҙә ҡаш ҡайтыуын көтәбеҙ, – тине яугирҙың атаһы.