

Күптән түгел Саҡмағош гимназияһы уҡыусылары йәйге ялдарын баласаҡтың яҡты хәтирәһе булып ғүмерлеккә иҫтә ҡаласаҡ тәьҫораттар менән байыттылар. Уҡыу йортоноң 5-се в синыфы уҡыусылары күмәкләп Архангель районына, аныҡлап әйткәндә Асҡын боҙ мәмерйәһенә, сәйәхәт ҡылдылар. Гүзәл тәбиғәттең был уникаль һәйкәле уларҙы ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге менән арбаны. Сөнки, ғалимдар әйтеүенсә, бындай тәбиғи артефакт дөньяның башҡа бер генә ҡитға-төбәгендә лә юҡ. Балалар бик ҡыҙыҡһынып миллион йылдар дауамында төрлө формаларға ингән бейек сталактит һәм сталагмиттарҙы ҡаранылар. Экскурсовод балаларга мәмерйәнең аккустик (тауыш) үҙенсәлектәре тураһында ла мауыҡтырғыс итеп һөйләп аңлатты. Сәфәр дауамында малайҙар һәм ҡыҙҙар бындағы тәбиғәт гүзәллегенә һоҡланып бөтә алманылар. Бындай сәйәхәттәр йәш быуын вәкилдәрендә республикабыҙҙың матурлығын күреп-белеп үҫәргә ярҙам итә, популяр туристлыҡ маршруттары буйынса үтәргә мөмкинлектәрҙе киңәйтә, тыуған төбәгебеҙ менән ғорурланыу, патриотлыҡ тойғоларын уята.