САРМАНАЙ
+1 °С
Ясно
Новости
10 Августа 2023, 12:00

Кешеләргә уңайлы булһын тип

Республикала иғлан ителгән Кесе Ватан өсөн игелекле эштәр йылында яҙғы-йәйге айҙарҙа Саҡмағош районының Йомаш ауыл биләмәһендә байтаҡ төҙөкләндереү-яңыртыу эштәре башҡарылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кешеләргә уңайлы булһын типКешеләргә уңайлы булһын тип
Кешеләргә уңайлы булһын тип

Ауыл биләмәһенә ҡараған ҙур булмаған Макаровка ауылына илткән юл ремонтланды. Ауылда йәшәүселәр һәм бында ҡунаҡҡа ҡайтыусыларға хәҙер яҙғы-көҙгө бысраҡтар ҡурҡыныс түгел, машиналар ҙа уңайлы, хәүефһеҙ юлдан елдерә. Митрә-Әйүп ауылында иһә “Саҡмағош электр селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре Йылға һәм Йәштәр урамдарын тәүлектең ҡараңғы ваҡытында ял иттереп торасаҡ электр яҡтыртҡыстарын яңырттылар. Уйбулат ауылында иһә шишмәне төзөкләндереү буйынса күләмле эш башҡарылды. Ауыл халҡы тырышлығы менән ул таҙартылып, тирә-яғы тәртипкә килтерелде. Бер ҡатарҙан бик үк уңайлы булмаған шишмәгә төшөү юлы ла ремонтланды. Саф һыу сығанағын күркәмләндереүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн уйбулаттар урындағы “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһы” йәмғиәте етәксеһе В.В.Соколовҡа рәхмәтле.

Кешеләргә уңайлы булһын тип
Кешеләргә уңайлы булһын тип
Кешеләргә уңайлы булһын тип
Кешеләргә уңайлы булһын тип
Кешеләргә уңайлы булһын тип
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас