

Хәҙер яҡташтарға был ярҙам заманса йыһазланған, иркен бинала күрһәтелә. Ошо көндәрҙә дауалау учреждениеһының матди-техника базаһы йәнә яңы йыһаздар менән тулыландырылды. Дауханаға “Һаулыҡ һаҡлау” дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә хаҡы ғомум 12 млн. һум тәшкил иткән ике “РуСкан-60” ультратауыш менән тикшереү аппараты ҡайтарылды. Күпфункциялы әлеге сканерҙар – заманса, юғары һөҙөмтәле һәм ышаныслы УЗИ аппараттары. Улар тиҙ арала диагностик тикшереү үткәреп, эске органдар торошоның сифатлы һүрәттәрен алыу мөмкинлектәрен киңәйтә. Органдарҙы асыҡ итеп күрә алу тикшерелгән ағҙаларҙағы хатта кескәй генә үҙгәрештәрҙе күрергә, тимәк, ауырыуҙарҙы башланғыс осоронда уҡ асыҡларға ярҙам итә. Был аппараттар акушерлыҡ һәм гинекология, абдоминаль тикшереүҙәр һәм маммология, урология һәм эхокардиография, шулай уҡ педиатрия, неонатология һәм башҡа өлкәләрҙә лә тикшереүҙәр үткәрергә мөмкинлек аса. Бынан тыш, Саҡмағош район үҙәк дауаханаһында йәнә бер яңылыҡ индерелде. Күптән түгел бында ойошма хеҙмәткәрҙәренең эш формаһы тулыһынса яңыртылып алыштырылды. Учреждениела эшләүселәр хәҙер Саҡмағош район үҙәк дауаханаһы логотибы менән билдәләнгән аҡ халаттар кейеп йөрөй. “Яңы униформа – ул тәү сиратта медицина хеҙмәткәрҙәре тураһында хәҫтәрлек күреү тигән һүҙ. Кешеләр сәләмәтлеге һағында тороусылар уңайлы һәм күркәм кейемдә булырға тейеш. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәргә “Сәләмәтлек хеҙмәте”нең йөрәк һәм йылмайыу һүрәтләнгән билдәһе лә тапшырылды. Һаулыҡты һаҡлау, йылмайыу аша сағылған дуҫтанә мөнәсәбәт һәм йөрәктәге кешеләрҙе яратыу тойғоһо – “Сәләмәтлек хеҙмәте” брендын башҡаларҙан айырып тороусы билдәләр. Ул хеҙмәткәрҙәр, ауырыуҙар һәм сәләмәтлек һаҡлауҙың беренсел звеноһы медицина учреждениеларына килеүселәр өсөн уңайлы мохит булдырыу маҡсаты менән эшләнгән. Берҙәм стиль амбулатор хеҙмәтте илдең бөтә төбәктәрендә лә танылыуын тәьмин тейеш”, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә Саҡмағош үҙәк дауханаһының баш табибы Алина Фаил ҡыҙы Латипова, учреждениелағы яңылыҡтар менән уртаҡлашып.