

Үҫеп килеүсе йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү һәм совет осороноң рухи ҡиммәттәрен, матур кешелеклелек, ярҙамсыллыҡ сифаттарын үҫмерҙәр күңеленә күсереү айырыуса мөһим, көнүҙәк мәсьәләләр булған бөгөнгө көндә өлкәндәрҙең күркәм өлгөһө ошо йүнәлештәге эшсәнлектең һөҙөмтәле ыҫулы булып тора. Уҡыу йылы дауамында был тәрбиә эшен башлыса уҡытыусы-педагогтар башҡарһа, балаларҙың йәйге каникулдары осоронда уны мәҙәниәт хеҙмәткәре дауам итә. Ошо көндәрҙә Саҡмағош районының Иҫке Сөрмәт ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Рузилә Нафиҡова каникулдагы уҡыусылар менән яҡташтары – өлкән апай, тыл ветеранының йортона барып, уға йортто йыйыштырыуҙа ярҙам итте. Элекке йылдар пионерҙарының тимурсылар хәрәкәтен дауам итеп, балалар йорттағы эштәрҙе башҡарҙы, һыу ташыны, сәй табыны артында өлкән апай менән аралашып, уның иҫтәлекләрен, йәшлек хәтирәләрен тыңланы, әңгәмәләштеләр. Үҫмерҙәр өсөн бындай һөйләшеүҙәр айырыуса мөһим. Ошондай йәнле әңгәмәләр дауамында улар кешеләр яҙмышлары менән тығыҙ бәйле булған ил тарихы тураһында да байтаҡ мәғлүмәттәр ала, туған яҡтарыбыҙҙың үткәндәре тураһында күбрәк белән, уның менән ҡыҙыҡһына башлай. 98 йәшле Мәҡмүнә Миңнесолтан ҡыҙы бөтә тормош ауырлыҡтарын ла үҙ көсөнә ышанып, ныҡышмалылығы менән еңергә ғәҙәтләнгән, йорт эштәрен дә үҙе башҡара. Ә бына кешеләр менән күпме генә аралашһа ла, һис артыҡҡа һанамай. Асыҡ күңелле, алсаҡ инәй ауылдаштарына, айырыуса күршеләре – Альфред Әбүбакиров ғаиләһенә даими хәстәрҙәре, ярҙамдары, берүҙен ҡалдырмауҙары өсөн бик тә рәхмәтле. Күршеләре һәрдаим уның хәле белешеп, бешергән тәмле риҙыҡтары менән һыйлап торалар. Кешеләр менән аралашырға, һөйләшергә яратҡан инәй волонтерҙарҙан да йышыраҡ килеүҙәрен үтенеп оҙатытып ҡалды. Үҫеп килеүсе йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү һәм совет осороноң рухи ҡиммәттәрен, матур кешелеклелек, ярҙамсыллыҡ сифаттарын үҫмерҙәр күңеленә күсереү айырыуса мөһим, көнүҙәк мәсьәләләр булған бөгөнгө көндә өлкәндәрҙең күркәм өлгөһө ошо йүнәлештәге эшсәнлектең һөҙөмтәле ыҫулы булып тора. Уҡыу йылы дауамында был тәрбиә эшен башлыса уҡытыусы-педагогтар башҡарһа, балаларҙың йәйге каникулдары осоронда уны мәҙәниәт хеҙмәткәре дауам итә. Ошо көндәрҙә Саҡмағош районының Иҫке Сөрмәт ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Рузилә Нафиҡова каникулдагы уҡыусылар менән яҡташтары – өлкән апай, тыл ветеранының йортона барып, уға йортто йыйыштырыуҙа ярҙам итте. Элекке йылдар пионерҙарының тимурсылар хәрәкәтен дауам итеп, балалар йорттағы эштәрҙе башҡарҙы, һыу ташыны, сәй табыны артында өлкән апай менән аралашып, уның иҫтәлекләрен, йәшлек хәтирәләрен тыңланы, әңгәмәләштеләр. Үҫмерҙәр өсөн бындай һөйләшеүҙәр айырыуса мөһим. Ошондай йәнле әңгәмәләр дауамында улар кешеләр яҙмышлары менән тығыҙ бәйле булған ил тарихы тураһында да байтаҡ мәғлүмәттәр ала, туған яҡтарыбыҙҙың үткәндәре тураһында күбрәк белән, уның менән ҡыҙыҡһына башлай. 98 йәшле Мәҡмүнә Миңнесолтан ҡыҙы бөтә тормош ауырлыҡтарын ла үҙ көсөнә ышанып, ныҡышмалылығы менән еңергә ғәҙәтләнгән, йорт эштәрен дә үҙе башҡара. Ә бына кешеләр менән күпме генә аралашһа ла, һис артыҡҡа һанамай. Асыҡ күңелле, алсаҡ инәй ауылдаштарына, айырыуса күршеләре – Альфред Әбүбакиров ғаиләһенә даими хәстәрҙәре, ярҙамдары, берүҙен ҡалдырмауҙары өсөн бик тә рәхмәтле. Күршеләре һәрдаим уның хәле белешеп, бешергән тәмле риҙыҡтары менән һыйлап торалар. Кешеләр менән аралашырға, һөйләшергә яратҡан инәй волонтерҙарҙан да йышыраҡ килеүҙәрен үтенеп оҙатытып ҡалды.