+1 °С
Облачно


Данияр Хужағолов Саҡмагош районының “Заря” ауыл хужалығы кооперативында ветеранария табибы булып эшләй. Аттар менән ете йәшенән үк ҡыҙыҡһына үҙе. Үҫмер генә көйөнсә һабан туйҙарында, бәйгеләрҙә ҡатнаша. Район кимәлендә тәүге яулаған еңеүен әле лә асыҡ хәтерләй уҙе «Герда» ҡушаматлы юртағы менән алты йыл призлы урындарҙан сигенмәйҙәр арытабан.
«Ат ене ҡағылһа, ысҡыныу юҡ икән», – тиергә ярата Данияр. Ул быйыл Шаран районында үткән һабан туйында “Герда” менән икенсе урынды яуланы, Өфөнән иһә өсөнсө урынды алып ҡайтты.