САРМАНАЙ
+1 °С
Облачно
Новости
16 Июня 2023, 07:00

Пенсионерҙар ҙа әҙер

Кушнаренко ауылында өлкән йәштәге кешеләр араһында «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» фестивале үтте. Унда пенсия йәшендәге утыҙҙан артыҡ кеше ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Пенсионерҙар ҙа әҙерПенсионерҙар ҙа әҙер
Пенсионерҙар ҙа әҙер

 

Улар гимнастик эскәмйәгә һәм урындыҡҡа таянып, ҡулдарҙа күтђрелеү, салҡан ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү, иҙәндә баҫып тороп алға эйелеү, егерме биш метрға йөҙөү, мең метрға ҡатнаш хәрәкәтләнеү кеүек спорт йүнәлештәре буйынса тест һынауҙары үттеләр.

Йәштәре шаҡтайға булыуға ҡарамаҫтан, спорт һөйөүселәр яҡшы физик форма күрһәттеләр, тәҡдим ителгән һынауҙарҙы ҡәнәғәтләнеп үтәнеләр.

ГТО нормалары буйынса барлыҡ тестарҙы уңышлы үтәүселәргә айырымлыҡ билдәләре тапшырыласаҡ, улар осорҙаштарына ғына түгел, йәштәр өсөн дә үрнәк.

Пенсионерҙар ҙа әҙер
Пенсионерҙар ҙа әҙер
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас