САРМАНАЙ
-2 °С
Облачно
Новости
9 Июня 2023, 03:00

Йәйге лагерҙа ял күңелле

Уҡыусыларҙың каникул көндәрендә район мәктәптәрендә йәйге ял һәм хеҙмәт лагерҙары эшләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәйге лагерҙа ял күңеллеЙәйге лагерҙа ял күңелле
Йәйге лагерҙа ял күңелле

1 июндән Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш урта мәктәбендә лә “Берҙәмлек” хеҙмәт һәм ял лагеры менән “Дуҫтар планетаһы” көндөҙге ял лагеры үҙ ишектәрен асты. Уларға төрлө синыфтарҙа белем алыусы 78 уҡыусы йөрөй. Хеҙмәт тәрбиәһе биреү йәнәлешендәге “Берҙәмлек”тә 14-17 йәшлек үҫмерҙәр Алина Рим ҡыҙы Маҡулова етәкселегендә йәмғиәт өсөн файҙалы эштәр башҡарып, мәктәп баҡсаһында эшләп кенә ҡалмайҙар, бында үткәрелгән төрле йүнәлештәге тәрбияүи сараларҙа ла ҡатнашалар. Илиана Ильяс ҡыҙы Ҡуҙашева етәкселек иткән физкультура-сәләмәтләндереү йүнәлешендәге “Дуҫтар планетаһы” көндөҙге ял лагерына 60 бала – 1-7 синыф уҡыусылары йәлеп ителгән. Бында тәрбиәүи-патриотик һәм башҡа темалар буйынса ойошторолған сараларҙан тыш, спорт түңәрәктәре һәм секциялары эшләй, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе линияһы буйынса өҫтәл теннисы һәм билбаулы көрәш буйынса ла занятие-күнекмәләр үтә. Малайҙар һәм ҡыҙҙар уларҙа ҙур теләк менән шөғылләнә. Лагерҙарҙа балаларҙы туҡландырыу райондың бөтә мәктәптәре өсөн раҫланған меню буйынса көнөнә ике тапҡыр ойошторола. “Уҡыусыларыбыҙҙың һәр көнөн сәләмәтлек өсөн дә, уларҙың рухи үҫеше өсөн дә файҙалы һәм шул уҡ ваҡытта күңелле лә булырлыҡ итеп ойошторорға ынтылабыҙ. Мәктәп етәкселеге, лагерҙар эшсәнлегенә йәлеп ителгән бөтә хеҙмәттәштәрем ошо маҡсатҡа ирешеү өсөн бар тырышлығын йүнәлтә”, – ти “Дуҫтар планетаһы” көндөҙгө ял лагеры директоры Илиана Ильяс ҡыҙы Ҡуҙашева.

Йәйге лагерҙа ял күңелле
Йәйге лагерҙа ял күңелле
Йәйге лагерҙа ял күңелле
Йәйге лагерҙа ял күңелле
Йәйге лагерҙа ял күңелле
Йәйге лагерҙа ял күңелле
Йәйге лагерҙа ял күңелле
Йәйге лагерҙа ял күңелле
Йәйге лагерҙа ял күңелле
Йәйге лагерҙа ял күңелле
Йәйге лагерҙа ял күңелле
Йәйге лагерҙа ял күңелле
Йәйге лагерҙа ял күңелле
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас