САРМАНАЙ
+1 °С
Облачно
Новости
7 Июня 2023, 11:25

Ҡаһармандарҙың яҡты иҫтәлеген хәтерләтер

Билдәле булыуынса, ағымдағы йыл республикала Кескәй Ватан өсөн игелекле эштәр йылы тип иғлан ителде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡаһармандарҙың яҡты иҫтәлеген хәтерләтерҠаһармандарҙың яҡты иҫтәлеген хәтерләтер
Ҡаһармандарҙың яҡты иҫтәлеген хәтерләтер

 Районыбыҙҙа тыуып үҫеп, туған еребеҙҙә уңышлы эшмәкәрлек алып барған, башҡа төбәк-ҡалаларҙа йәшәп юғары дәрәжәләргә ирешкән райондаштыбыҙ был йылда ғына түгел, ул иғлан ителгәнгә ҡәҙәр дә кескәй Ватаныбыҙ өсөн файҙалы эштәр башҡарып яҡташтарҙы һөйөндөрҙе. Уларҙан үрнәк алып, йәш райондаштарыбыҙ да ҡулдарынан килгәнсә районыбыҙҙы тағын да күркәмләндереүгә үҙ өлөштәрен индерергә ынтыла.
Күптән түгел Саҡмағош гимназияһы һәм беренсе урта мәктәбе уҡыусылары ла уҡытыусылары, ата-әсәләре менән берлектә Дөйөм Рәсәй күләмендәге “Хәтер Баҡсаһы” акцияһына ҡушылды. Гимназияла был сара сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡаһармандарҙың яҡты иҫтәлеген хәтерләткән төрлө композициялар төҙөп, ағас-ҡыуаҡтар һәм сәскә үҫентеләре ултырттылар.
Саҡмағош беренсе урта мәктәбе уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре ошо акцияға ҡушылып, 9 майҙан 25нә ҡәҙәр технология уҡытыусыһы Зөһрә Рамил ҡыҙы Мәғәлимова һәм директор урынбаҫары Вероника Викторовна Дәүләтова етәкселегендә дүрт тиҫтәнән артыҡ төп алмағас, ҙәңгәр шыршы, жасмин һәм гортензия үҫентеләрен ултырттылар. Уларҙың һәр ҡайһыһы был мәктәптә бернисә быуын йәш саҡмағоштарға белем һәм тәрбиә биргән фронтовик-уҡытыусылар иҫтәлегенә – оҙак йылдар мәктәпкә етәкселек иткән Әнүәр Бәхти улы Мөлековҡа, уҡытыусылар Риф Ғарифулла улы Насировҡа, Хөсәйен Тимерғали улы Емасовҡа, Сәлих Мәхмүт улы Кинзинға һәм Зәбир Кәрим улы Биктимеровҡа арналған.

Ҡаһармандарҙың яҡты иҫтәлеген хәтерләтер
Ҡаһармандарҙың яҡты иҫтәлеген хәтерләтер
Ҡаһармандарҙың яҡты иҫтәлеген хәтерләтер
Ҡаһармандарҙың яҡты иҫтәлеген хәтерләтер
Ҡаһармандарҙың яҡты иҫтәлеген хәтерләтер
Ҡаһармандарҙың яҡты иҫтәлеген хәтерләтер
Ҡаһармандарҙың яҡты иҫтәлеген хәтерләтер
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас