САРМАНАЙ
+4 °С
Облачно
Новости
1 Июня 2023, 10:45

Йәш инспекторҙар ярышты

Йәйге каникулдар алдынан мәғариф учреждениеларында балаларҙы юлдарҙы фажиғәләрҙән һаҡлап ҡалыу маҡсатында күп төрлө профилактика-киҫәтеү саралары үтә. Май ахырында “Безопасное колесо-2023” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Ул Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы менән Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан Мәләүеҙ районының “Тау һауаһы” балаларҙы һауыҡтырыу лагеренда ойошторолдо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш инспекторҙар ярыштыЙәш инспекторҙар ярышты
Йәш инспекторҙар ярышты


Бәйгелә республиканың бөтә төбәктәренән килгән 236 уҡыусы ҡатнашты. Улар – йәш юл хәрәкәте инспекторҙарының 59 командаһы ағзалары. Балалар дүрт көн дауамында 6 этаптан торған төрлө конкурстарҙа көс һынашты. Һынауҙар араһында тормош хәүефһеҙлеге һәм беренсел медицина ярҙамы күрһәтә белеү нигеҙҙәре, велосипедны фигуралы йөрөтөү, автоҡаласыҡ, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡәғиҙәләрен ни дәрәжәлә яҡшы белеү буйынса биремдәрҙе үтәү һәм ижади бәйгелә ҡатнашыу ҡаралған ине.
Конкурс программаһы бик бай итеп төҙөлгән, биремдәрҙе үтәүҙән ҡалған буш ваҡытта лагерҙа тәрбиәүи, уйын саралары, уҡыусылар һәм командалар етәкселәре өсөн тренингтар үтте. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәре балалар менән әңғәмәләшеп, үҙ эштәрендә файҙаланған транспорт-йыһазҙар менән таныштырҙылар, Ғ.Ҡадиров исемендәге мотомәктәп тәрбиәләнеүселәренең сығышы ла уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы булды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең райондың Саҡмағош гимназияһы командаһы “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡәғиҙәләре” станцияһында икенсе призлы урынды яуланы һәм ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды. Йәш райондаштарыбыҙҙы был һөйөнөсле ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ һәм уларҙан үрнәк алып, тиҫтерҙәре лә хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләрен яҡшы белергә, уларҙы һәр саҡ ҡатғи үтәргә тырышыр һәм йәш инспекторҙар сафтарына баҫырға ынтылыр тип уйлыйбыҙ.

Йәш инспекторҙар ярышты
Йәш инспекторҙар ярышты
Йәш инспекторҙар ярышты
Йәш инспекторҙар ярышты
Йәш инспекторҙар ярышты
Йәш инспекторҙар ярышты
Йәш инспекторҙар ярышты
Йәш инспекторҙар ярышты
Автор:
Читайте нас