

Сараны асыу тантанаһында тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһап, балалар спорт мәктәбе директоры Ринат Хәмәтдинов, һуғышсы-интернационалистар Павел Кулинцев һәм Иван Герасимов ата-бабаларыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән сикһеҙ ҡаһарманлығы тураһында һөйләнеләр, бөгөнгө аяҙ күгебеҙ өсөн рәхмәт белдерҙеләр.
Ун малай һәм ҡыҙға «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтөнрәсәй физкультура-спорт комплексының алтын билдәләре тапшырылды.
Ярышта ҡатнашыусылар 9-10,11-12,13-14 һәм 15-16 йәш төркөмдәрендә 400 метрға йүгерҙе.
Ҡыҙҙар араһында үҙ йәш төркөмдәрендә Аделия Ғәлимова, Разалия Нәбиуллина, Карина Шәрәфетдинова һәм Кира Хатипова беренсе урынды алдылар.
Малайҙар араһында Самир Кәримов, Эмиль Шәймљхөммәтов, Руслан Мәһәҙиев һәм Тимур Ғүмәров чемпион исемен яуланы.
Еңеүселәр һәм призлы урындарҙы алыусылар миҙал һәм грамота менән бүләкләнде.
Беҙҙен хәбәрсе.