САРМАНАЙ
-1 °С
Ясно
Новости
11 Мая 2023, 11:10

Йөҙөү буйынса ярыштар

Кушнаренко ауылы бассейнында Еңеү көнөнә һәм Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығы ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышлап йөҙөү ярыштары үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йөҙөү буйынса  ярыштарЙөҙөү буйынса  ярыштар
Йөҙөү буйынса ярыштар

 Унда Кушнаренко һәм Илеш райондарынан 70 йәш спортсы ҡатнашты.

Балалар брасс һәм ирекле стилдә 50 һәм 100 метр араға уҙышты.

Беҙҙең райондан Аделия Ғәлимова, Кира Хатипова, Азалия Ғәлимова, Диана Хәмәтдинова, Мираль Дәүләтшин, Радмир Хәбибуллин, Тимур Мостафин, Нурислам Аҡбиров, Арсен Багданов һәм Марк Айвазашвили яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, маҡтау пьедесталының төрлө баҫҡыстарына күтәрелделәр.

Автор:Беҙҙең хәбәрсе
Читайте нас