

Уның барышында дәүләт техник күҙәтселегенең Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош муниципаль районы буйынса инспекцияһы инспекторҙары урман хужалығы һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә күзәтселектәге техника ҡулланылған урындарға күсмә сығыштар ойошторҙо. Улар барышында үҙйөрөшлө машиналар хужалары менән мәжбүри талаптарҙы үтәү буйынса киҫәтеү-профилактика әңғәмәләре һәм консультациялар үткәрелде. Шулай уҡ торлаҡ пункттарында ауыл биләмәләре башлыҡтары менән рәсми теркәлмәгән техниканы асыҡлау буйынса ла эшсәнлек алып барыла.
Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм күҙәтселектәге техниканың башҡа төрҙәрен файҙаланыу процесында граждандарҙың сәләмәтлегенә һәм ғүмеренә зыян килтереү ҡурҡынысы менән янаған ҡанундарҙы боҙоу осраҡтары асыҡланһа, пландан тыш контроль-күҙәтселек итү саралары ойоштороласаҡ. Уларҙы үткәреүҙең маҡсаты – канун боҙоусы ғәйеплеләрҙе асыҡлау һәм хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләрен тәүәл үтәүҙе тәьмин итеү.