САРМАНАЙ
-1 °С
Ясно
Новости
28 Апреля 2023, 11:30

Фәһемле лә, күңелле лә сәйәхәт булды

Төбәктә туризмды үҫтереү – республика етәкселегенең даими иғтибар үҙәгендә булған мәсьәләләрнең береһе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фәһемле лә, күңелле лә сәйәхәт булдыФәһемле лә, күңелле лә сәйәхәт булды
Фәһемле лә, күңелле лә сәйәхәт булды

 Ошо көндәрҙә “Туризм һәм ҡунаҡсыллык индустрияһы” дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә Саҡмағош гимназияһы һәм беренсе урта мәктәбе уҡыусылары Башҡортостандың башҡалаһы Өфөлә ике көнлөк сәйәхәттә булып ҡайттылар. Уның программаһы үҫмерҙәр өсөн ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булырлыҡ итеп эшләнелгән.
Экскурсия дауамында малайҙар һәм ҡыҙҙар Милли музейҙа, “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркында, Салауат Юлаев майҙанында һәм ҡаланың байтаҡ башҡа иҫтәлекле урындарында булдылар. Уҡыусылар республикабыҙ тарихына ҡағылышлы үҙҙәре өсөн яңы булған бик күп мәғлүмәттәр үҙләштереп, был сәйәхәттән бик тә ҡәнәғәт булып ҡайттылар.
Район мәктәптәренең уҡыу алдынғылары, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы, спортсылар булған үҫмерҙәрҙең икенсе һәм унан һуңғы төркөмдәре ошондай сәйәхәттәргә алдағы көндәрҙә ҡуҙғаласаҡ.

Фәһемле лә, күңелле лә сәйәхәт булды
Фәһемле лә, күңелле лә сәйәхәт булды
Фәһемле лә, күңелле лә сәйәхәт булды
Фәһемле лә, күңелле лә сәйәхәт булды
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас