САРМАНАЙ
+13 °С
Облачно
Новости
24 Апреля 2023, 11:30

Туған яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөн

Үткән йомала Саҡмағош районының Көсәкәй ауылында күркәм сара үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Туған яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөнТуған яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөн
Туған яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөн

 Бында “Хәтер баҡсаһы” акцияһы сиктәрендә 300-ҙән ашыу нарат һәм ҡайын үҫентеләре ултыртылды. Республикала Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителгән ағымдағы йылда бындай игелекле ғәмәл ошо ауылда тыуып үҫкән хөрмәтле райондашыбыҙ, уңышлы эшҡыуар, бер нисә йыл дауамында “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашыусы ғына түгел, ошо проектты башлап йөрөүсе Фәрит Хөрмәтулла улы Ғиндуллин тәҡдиме һәм туранан-тура ҡатнашлыгы менән ойоштороп үткәрелде. Сарала шулай уҡ муниципаль район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев, Үрнәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәсимә Дамир ҡыҙы Зәйнетдинова ла ҡатнашты. Был тәҡдимде ауыл халҡы ла, район йәмәғәтселеге лә дәррәү күтәреп алды. Ағас ултыртыу өмәһенә бихисап кеше килеп, игелекле эшкә үҙ хеҙмәт өлөшөн индерде.
“Ауылға алып кереүсе был юлға ҡышҡы бурандарҙа ел ҡар өйөп, ҙур көрттәр һалып ҡуя ине. Киләһе ҡышта беҙҙең посадкабыҙ ҡарҙы тотҡарлап ҡалыр тип өмөтләнәбеҙ. Хеҙмәт байрамына бик күп битараф булмаған яҡташтар килеп, ихлас күңелдән эшләнеләр, изгелекле ғәмәл ҡылдылар. Мин акцияла ҡатнашкан һәр кешегә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, айырыуса ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәсимә Дамир ҡыҙы Зәйнетдинова һәм урындағы “Юлдаш” хужалығы етәксеһе Ранис Рәйес улы Хәмәтдиновҡа сараны ойоштороуҙағы һәм техника менән тәьмин итеүҙәге ярҙамдары өсөн рәхмәтлемен. Шулай уҡ район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеевҡа һәм уның командаһына рәхмәтле булуымды белдерәм”, – ти Фәрит Хөрмәтулла улы.
Эштәр тамамланғандан һуң унда ҡатнашыусылар ошонда уҡ ҡаҙанда бешкән хуш еҫле былау, ҡайнар сәй менән һыйландылар, күңелдәрҙе елкендергес йырлы-моңлы концерт ҡарап һоҡландылар. Был көндә райондаштар алдында актер, йырсы, РСФСР-ҙың һәм Башкорт АССР-ның, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фидан Ғафаров һәм уның улы Азамат сығыш яһаны.
#ЗеленаяБашкирия #Земляки #Атайсал

Туған яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөн
Туған яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөн
Туған яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөн
Туған яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөн
Туған яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөн
Туған яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөн
Туған яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөн
Туған яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөн
Туған яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөн
Туған яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөн
Туған яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөн
Туған яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөн
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас