

Өҫтө ябыулы «Саҡмағош – Арена» боҙ һырғалагында тантаналы сара район мәҙәниәт хезмәткәрҙәренең хоккей уйыны тураһындағы дәртле йыры менән асылып китте. Артабан спорт байрамы муниципаль район хакимиәте башлыгы Реканс Фәнил улы Ямалеев, Башҡортстан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Рөстәм Ринат улы Ахунов, Антон Сергеевич Матренин, Ирек Марс улы Усмановтың ҡотлау сығыштары менән дауам итте.
– Ошо сараны ойоштороусыларҙың барыһына ла, бигрәк тә тамырҙары Саҡмағош төбәгенә бәйле Рөстәм Ринат улы Ахуновҡа кескәй Ватан өсөн файҙалы ғәмәлдәр менән ярҙам итеүе өсөн рәхмәт белдерәһем килә. Беҙҙә хоккей спорты ярты быуаттан артыҡ тарихҡа эйә һәм был йүнәлеште үстереү буйына эшсәнлегебеҙҙең туҡталғаны юҡ. “Атайсал” проекты артабан да төбәгебеҙҙә һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм үҫтереүгә ярҙам итер, тип ныҡлы ышанам, – тине хакимият башлагы үҙенең сәләмләү сығышында.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ахунов атаһы, оло хөрмәт ҡазанған яҡташыбыҙ, етәксе вазифаларҙа эшләчәндә туған районы өсөн күп файҙалы гәмәлдәр ҡылған мәрхүм атаһы Ринат Ғабделислам улы Ахуновтың эшен дауам итеп, кескәй Ватаны булған бәрәкәтле Саҡмағош еренә файҙа килтерә алыуы өсөн ҡыуаныс хистәрен йәшермәйенсә:
Республика парламентының тағы ла бер депутаты – “Өфө” хоккей клубы президенты Антон Сергеевич Матренин күптән түгел ББ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан “Уралец” һәүәҫкәр хоккей клубының Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путиндың Указы менән булдырылған «Ҡызыл машина» милли хоккейсылар әҙерләү программаһы менән тәңгәл килеүеп аҫһыҙыҡланы.
– Саҡмағошта район етәксеһенең дә, күп кенә башҡа тармаҡ етәкселәрнең дә, үрнәк күрһәтеп, хоккей уйыны менән мауығыуҙары маҡтаулы, – тине ул. – Етәкселәр үҙҙәре мауыға икән – тимәк, балалар ҙа ошо спорт төрө менән актив шөғөлләнһен өсөн шарттар яҡшыртыласак. Сәләмәт тормошо өҫтөн күргән йәштәр – беҙҙең лайыҡлы, өмөтлө киләсәгебеҙ икәнлеге бөтәһенә лә мәғлүм. Һеҙгә артабан да уңыштар теләйем, – тине ул хакимиәт башлыгы Реканс Ямалеевҡа хоккейҙы үҫтереүгә өлөш индереүе өсөн Рәхмәт хаты тапшырып.
Парламентыбыҙҙың өсөнсө депутаты Ирек Марс улы Усманов та үҙ сығышында район хоккейсыларының данлы уңыштары дауам итеүенә һөйөнөсөн белдерҙе был эштә ярҙам итеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Артабан мәртәбәле ҡунаҡтар йәш хоккейсыларға тимераяҡтар бүләк итеп һөйөндөрҙө.
Сара артабан халык-ара класлы Рәсәйҙең спорт мастерҙары ҡатнашлығында “Кыҙыл машина” хоккейсылар әҙерләү милли программаһы презентацияһы менән дауам итте. 2016 – 2017 йылдарҙа тыуған йәш хоккейсылар тәжрибәле спортсылар менән күнекмәләр үтте, тәжрибә тупланы, уйын оҫталығы серҙәрен үҙләштерҙе. Байрам беҙҙең «Трактор» һәм Өфөнән «Уралец» хоккейсылар командалары ярышы менән тамамланды. Беҙҙең командала хакимиәт башлыгы Реканс Фәнил улы Ямалеевтың шәхсән ҡатнашыуы, ҡунактарҙа иһә ҡапҡасы булараҡ Рөстәм Ринат улы Ахуновтың уйнауы сараның тәьсир көсөн арттырҙы ғына. Беҙҙекеләрҙең иһә өҫтөн сығып, еңеү яулауы тамашасыларҙы һөйөндөрөп кенә ҡалманы, ә Саҡмағош хоккейының еңеүле киләсәге дауам итәсәгенә лә ишара булды.