САРМАНАЙ
+1 °С
Облачно
Новости
30 Марта 2023, 11:25

Башҡортостанда Космонавтика көнө киң билдәләнәсәк

Муниципалитеттарҙа был истәлекле датаға әҙерлек бара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда Космонавтика көнө киң билдәләнәсәкБашҡортостанда Космонавтика көнө киң билдәләнәсәк
Башҡортостанда Космонавтика көнө киң билдәләнәсәк


Илебеҙҙә йәшәгән һәр кеше күңеленә үтә лә яҡын булған, истәлекле көн ул 12 апрель. Илебеҙҙең кеүәтен, совет фәненең көсөн бар донъяға танытҡан көн ул. Кешелек тарихында иң беренсе булып ғаләм киңлегенә күтәрелгән, уны үҙ күҙҙәре менән күргән ябай рус егете Юрий Гагарин – бернисә быуын совет кешеләренең генә түгел, хатта сит илдәрҙә йәшәүселәрҙең дә кумиры булды. Кескәй йәштән йөрәктәрҙә урын алған: “Он сказал “Поехали!” и махнул рукой...” шиғри юлдары нисәмә-нисә быуын малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы космонавт булырға рухландырҙы. Баласаҡтың был яҡты хыялы уларҙы ғүмер буйына оҙатып килә. Шуға ла 12 апрель көнөн өлкән һәм урта быуын кешеләре айырым бер тулҡынланыу хисе менән көтөп ала.
Был көнгә республикала байтаҡ саралар планлаштырылған. “Космос каверы” – шуларҙың береһе. Интернет селтәрендә үткәрелгән әлеге онлайн-акция Рәсәй космонавтикаһы гимны булған “Трава у дома” йырын йырлап йәки музыкаль инструменттар башҡарыуҙы видеоға яҙдырыуҙы күҙаллай. Шулай уҡ “Знаете, каким он парнем был!” йыры флешмобын үткәреү, “Йондоҙҙарға юл” видео-подкасты әҙерләү дә планлаштырыла.
Бынан тыш, тоташ республика буйынса музейҙарҙа экспозициялар булдырылып, тематик осрашыуҙар ойошторолор тип көтелә. Башҡортостанда йәшәүсе төрлө йәштәге кешеләр “Космос ритмнары” бейеү конкурсында, музыкаль ярыш-баттлдарҙа, ошо көнгә арнап ойошторолған спорт ярыштарында һәм башҡа күп төрлө сараларҙа ҡатнаша аласаҡ.
Фото һәм мәғлүмат сығанағы: “Башинформ” агентлығы порталы.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас