САРМАНАЙ
+1 °С
Снег
Новости
29 Марта 2023, 10:45

Инвестиция сараларының яңыртылган пакеты

Башҡотостанды иң алдынғы төбәктәр исемлегенә индерҙе

Добавить в предпочтительные источники Google
Инвестиция сараларының яңыртылган пакетыИнвестиция сараларының яңыртылган пакеты
Инвестиция сараларының яңыртылган пакеты


Инвестициялар йәлеп итеү иҡтисад үҫешенең төп материяһы, нигеҙе булып тора, тип аҫһыҙыҡланы Дәүләт Йыйылышында үткән ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Бөгөн унда депутаттар төбәк Хөкүмәте отчетын тыңлай.
“Беҙ сәнәғәтебеҙ әүҙем үҫһен өсөн инвестицияларҙың тулы инструментарийын булдырҙыҡ. Республика инвестициялар климатының милли рейтингында алдынғы биш төбәк исемлегендә үҙ урынын һаҡлап ҡалды. Былтыр беренсе тапҡыр 500 млрд. һумлыҡ мөһим планка үрен яулай алдыҡ, 5,9 процентҡа үҫтек. Дөйөм алғанда иһә, дүрт йыл дауам иткән эшсәнлек дәүерендә был үҫеш 40 процент тәшкил итте. Был – илдә иң ҙур күрһәткестәрҙең береһе. Ул беҙгә иҡтисади үҫеш өсөн нәтижәле мохит булдырырға, яңы етештереү асарға ярҙам итте”, – тине Радий Хәбиров.
Бығаса “Башинформ” агентлығы инвесторҙарҙың Башҡортостанда йөҙәр миллиондарға иҫәпләнгән проекттарҙы тормошҡа ашырырға ниәтләүе тураһында хәбәр иткән ине.
Азат Ғиҙҙәтуллин.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Башинформ” агетнлығы порталы.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас