

Хәҙерге заманда тормошобоҙҙо уларһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Был һөнәрҙе һайлаусылар уға ғәмерҙәре буйы тоғро ҡалып, быуындарҙан быуындарға күсеп килгән рухи хазинаны – мәҙәни мирасты һаҡлауға һәм аны артабан да арттырыуға баһалап бөтөргөһөҙ ҙур өлөш индерәләр. Улар бөтә байрамдарҙы, шатлыҡлы тантаналарҙы ҡабатланмаҫ сығыштары менән биҙәп, күңелдәрҙе шатлыҡ-дәрткә күмәләр, яманһыу саҡтарҙа йыр-моңдары менән йыуаталар, йәшәү көсө өҫтәйләр. Беҙ йылдың шундай күркәм миҙгелендә билдәләнгән байрамдары менән ҡотлап, Саҡмағош, Илеш, Дүртөйлө һәм Кушнаренко райондарында йәшәүсе бар ғүмерен сәнғәткә арнаған тармаҡ ветерандарын, хәҙерге ваҡытта тормошобоҙҙо йәмләү өсөн армай-талмай ижад итеүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткәрәбеҙ. Бөтәгеҙгә лә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, ғаилә именлеге, ижадығыҙҙың һеҙгә һәрваҡыт шатлыҡ-илһам бүләк итеүен теләйбеҙ.