САРМАНАЙ
-5 °С
Ясно
Новости
24 Марта 2023, 06:15

Республика конкурсынан – Еңеү менән!

Саҡмағош гимназияһының медиаүҙәктә шөгөлләнеүсе йәш ижатсылары юғары үрҙәрҙе буйһондороуын дауам итә  23 ғинуарҙан 3 мартҡа ҡәҙәр башҡалабыҙ Өфөлә Рәсәй Федерацияһында иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә медиаижад буйынса конкурс үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика конкурсынан – Еңеү менән!Республика конкурсынан – Еңеү менән!
Республика конкурсынан – Еңеү менән!

Ул “Мәғариф” дөйөмдәүләт проекты сиктәрендәге “Һәр баланың уңышы” төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолдо. Бәйгелә төбәктең ҡала һәм райондарында йәшәүсе 250нән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Конкурс кесе һәм урта йәш категорияләрендә 6 номинация буйынса үткәрелде. Улар – иң яхшы уйын фильмы, иң яхшы мультипликация фильмы, иң яхшы социаль реклама, тик-ток, яхшы яңылыҡтар ролигы, балалар өчен мәғлүмәт ролигы.
Был конкурска үҙ ижади эштәрен тәҡдим иткән Саҡмағош гимназияһының “Үҫеш нөктәһе” белем үҙәге ҡаршында эшләп килгән “Медиаүҙәк” берләшмәһе йәш ижадсылары 23 мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһына саҡырылды. Унда үткән медиаижад республика фестивалендә бәйгенең еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды. “Иң яҡшы социаль реклама” номинацияһында Азалия Ғарифуллина менән Карина Муллағәлиеваның ролигы – өсөнсө, “Иң яҡшы яңылыҡтар ролигы” номинацияһында Зарема Насретдинова, Алина Бакиева, Ралина Ғарифуллина ижад иткән ролик еңеүле беренсе урынды яуланы.
Беҙ йәш райондаштарыбыҙҙы был юғары ҡаҙаныштары менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм тағы ла юғары үрҙәрҙе яулауҙарын теләйбеҙ.

Республика конкурсынан – Еңеү менән!
Республика конкурсынан – Еңеү менән!
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас