САРМАНАЙ
-2 °С
Облачно
Новости
23 Марта 2023, 06:05

Күркәм йортта йәшәү күңелле

Был аҙнала Башҡортостан Башлығы Р.Ф.Хәбиров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә төбәк торлаҡ-коммуналь хужалығының йорт алдарын комплекслы төҙөкләндереүгә һәм күп фатирлы йорттарҙа ремонт эштәрен башҡарыуға әҙерлеге тикшерелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күркәм йортта йәшәү күңеллеКүркәм йортта йәшәү күңелле
Күркәм йортта йәшәү күңелле

Сара барышында 2023 йылда 30 муниципалитетта 206 йорт алды территорияһын яңыртыу планлаштырыла тип билдәләнде. “Башҡорт ихаталары” программаһы бюджеты үткән йыл менән сағыштырғанда 200 млн. һумға арттырылып, 1,2 млрд. һумға еткерелгән. Подрядсылар был эштәрҙе 18 апрелдән башлап, 1 сентябргә тамамларға тейеш тип әйтелде. Маҡсат – йәмәғәт территорияларын һәм йорт алдарын тәртипкә килтереү-төҙөкләндереүҙе күп фатирлы йорттарҙың подъездарын, түбәләрҙен һәм фасадтарын ремонтлау менән тәңгәлләштереүгә ирешеү. Йорттарҙы ремонтлау программаһы сиктәрендә 752 подъезды ремонтлау планлаштырыла. Был эштәр 21 ноябргә ҡәҙәр тамамланыр тип көтөлә. Бынан тыш, республика икенсе йыл дауамында күп фатирлы йорттарҙың түбәләрен ремонтлау өсөн 100 млн. һум аҡса бүлә. “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһы буйынса 2023 йылда 69 торлаҡ пунктта 122 йәмәғәт территорияһын төҙөкләндереү планлаштырыла. Улар – республикала йәшәүселәрҙең тауыш биреүе буйынса билдәләнгән парктар, скверҙар, аллеялар һәм йәйәүлеләр кисеүҙәре.
Төбәк Башлығы Р.Ф.Хәбиров тормошҡа ашырылған был программаларҙың кешеләр өсөн үтә лә мөһим булыуын һәм ҡатлаулы осорҙа ла уларҙы финанслау мөмкинлеге һаҡланып ҡалуын билдәләп, республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына эштәр башҡарылыу ваҡытын һәм сифатын ныҡлы күҙәтселектә тотарға ҡушты.

Күркәм йортта йәшәү күңелле
Күркәм йортта йәшәү күңелле
Күркәм йортта йәшәү күңелле
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас