САРМАНАЙ
-1 °С
Облачно
Новости
21 Марта 2023, 14:55

Шиғриәт байрамы

Яҙ һәм Шиғриәт... Юҡҡа ғына март айында изге байрамдар тура килмәгәндер... Был ай бар тәбиғәткә һәм кешелеккә үҙенсә мөғжизә өләшеүсе, изгелек сәсеүсе булараҡ танылған. Ошондай күркәм байрамдарҙың береһе – Шиғриәт байрамы. #шиғриәткөнөайҡанлы #Туғантел2023 #БашФонд2023

Добавить в предпочтительные источники Google
Шиғриәт байрамыШиғриәт байрамы
Шиғриәт байрамы

Бөгөн, 21 март, илебеҙҙә Халыҡ-ара Шиғриәт көнө булараҡ билдәләнә. Ошо йәһәттән Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исламғәлиева Рәмзилә Рауил ҡыҙы, шиғыр һөйөүсе кескәйҙәрҙе һәм барлыҡ ҡәләм тирбәтеүсе дуҫтарыбыҙҙы, күренекле шағирҙарҙың шиғырҙарын йүгерек уҡыусы һәм үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләүсе йәш шағирәләрҙе Шиғриәт байрамына – күркәм флешмобҡа йыйҙы. Уҡыусылар бар тырышлыҡтарын биреп, ысын күңелдән шиғырҙарҙы тасуири һөйләне һәм уҡыны. Ижад һөйөүселәребеҙҙең шиғри күстәнәстәре менән танышайыҡ!

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас